18.02.2019
Хаҡтарҙы арттырырлыҡ сәбәп юҡ
Сүп- сар йыйыусы төбәк операторҙары бер ниндәй сығымдар түгергә йыйынмай ғына, тиҙ генә байырға уйлайҙар, ахыры. Күптән түгел генә контейнерҙар урынлаштырыуға аҡса тотоноуға бәйле түләүҙәр арттырыласаҡ, тип белдергәйне улар.
Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уларҙы тәнҡитләне.
«Хаҡтарҙың арттырылыуында мин аҡланырлыҡ сәбәптәр күрмәйем. Төбәк операторҙары 20 сүп-сар сортировкалау заводы төҙөгән хәлдә, уларҙың был аҙымын дөрөҫ, тип таныр тинем. Ҡый йыйыуҙы көйләү ауыр, тип әйтмәгеҙ . Мин әйткәнмен икән ҡала кешеһенә – 70 һум, тип , был хаҡтар үҙгәрмәһен! Төбәк операторҙарының нисегерәк эшләүҙәрен дә ҡарарға кәрәк әле»,-
тип бик ҡаты шелтәләне.
Республикала дүрт төбәк операторы эшләй.
Әйткәндәй, һеҙҙең ауылда сүп контейнерҙары ҡуйылып, ҡый сығарыламы?