«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алюмин фольга. Ҡулланырғамы, юҡмы?



18.02.2019 Алюмин фольга. Ҡулланырғамы, юҡмы?

Ит, балыҡ, йәшелсәне бешерергә, ҡамыр аштары көймәһен өсөн ҡаплап ҡуйырға был бик уңайлы әйбер. Ғалимдар уның организмға зыянлы булыуына саң ҡаға. Юғары температуралы мейестә фольганан ризыҡҡа алюминий киҫәксәләре һеңә, ти улар. Температура 180 градустан күтәрелһә, хәүеф тә арта икән. Тәжрибә күрһәтеүенсә, 40 минут буйы 200 градуста бешкән һыйыр итендә, сей продуктҡа ҡарағанда, алюминий 380 процентҡа күберәк булған! Ә тауыҡ итендә — 200 процентҡа!

Алюмин кәстрүлдең зыяны тураһында ла ишеткән бар, тик уны ҡулланыштан алмайбыҙ. Ғалимдар аңлатыуынса, 1 килограмм кәүҙә ауырлығына 40 мкг алюмин тура килеүе норма. Тимәк, 75 кило тартҡан кешенең организмына тәүлегенә 3 мг алюмин эләкһә, ҡурҡынысы юҡ. Күрһәткес тәүлегенә 50 мг артһа, был осраҡта көмөш - аҡ металл:
1) нерв күҙәнәктәрен үлтерә; 2) Альцгеймер сиренә дусар итә; 3) шеш барлыҡҡа килтерә; 4) гемоглобин үҫешен кәметә; 5) минералдар һәм витаминдар алмашыныуын насарайта һәм башҡа.

Ә алюмин кәстрүлдә бешереп, алюмин тәрилкәгә һалып, алюмин ҡалаҡтан ашаған хәлдә лә, организмға бик аҙ миҡдарҙа эләгә. Шулай булмай ни, быға тиклем күбеһенсә ошондай һауыт - һаба ҡулланған быуындың һаулығына көнләшерлек.

Алюминдың кеше организмына химик ҡушылмалар һәм башҡа сығанаҡтарҙан инеүе бар. Тәмләткестәр, сәй, кукуруз, сыр, дарыу препараттары (мәҫәлән, “Фосфалюгель”) аша булыуы мөмкин. Табиптар күкрәк шеше менән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың лимфа төйөнсөктәрендә алюминийҙың күп булыуын хәбәр итә. Ағыулы металл мейе үҫешен туҡтата икән, был балалар өсөн үтә хәүефле.

Ә һеҙ беләһегеҙме, Франция, Италия, Англия, Германия, Бразилия, Голландияла һәм башҡа илдәрҙә фольганы бөтөнләй ҡулланмайҙар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға