«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡалаларыбыҙ аҡыллы булып китһә...



18.02.2019 Ҡалаларыбыҙ аҡыллы булып китһә...

Тиҙҙән беҙҙең республикала “Аҡыллы ҡала” проекты ғәмәлгә ашырыла башлай. Ошоға ярашлы, биш ҡала һайлап алынған. Улар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский. Йәғни республикалағы халыҡ күп йәшәгән ҡалалар.

Был хаҡта хөкүмәттең дүшәмбе кәңәшмәһендә БР Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин һөйләне.

Шәп проект. Бына ысын беҙҙең хыялдағы кеүек. Һуңғы ваҡытта беҙҙе бик күп аҡыллы нәмә оҙатып йөрөй – аҡыллы телефон, аҡыллы йорт, аҡыллы туҡталыш... Хәҙер бына аҡыллы ҡала. Барыһы ла кешегә уңайлы булһын өсөн. Был проект буйынса ҡаланың цифрлы игеҙәге (берҙәм мәғлүмәт базаһын шулай тиҙәр) булдырыла. Аҡыллы ҡала транспорты ла барлыҡҡа килә. Был ғына түгел әле, беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та аҡыллыға әйләнәсәк.

Ә Сибай нишләр икән? “Аҡыллы ҡала” проектына инмәне әле. Ғөмүмән, унда бөтөнләй икенсе тормош кеүек.
Мэриянан отчет биреүҙәренсә, бөгөн эш планға ярашлы бара. Тау байыҡтырыу комбинаты карьерға һыу ҡойоуҙы тәүлегенә 10 кубометрға еткергән. Көкөрт диоксиды миҡдарын кәметеү өсөн өҫтәмә эзбиз дә килтерелгән. Бөгөн ПДК кимәле күтәрелмәгән, тине Сибай хакимиәте башлығы.

– Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерегеҙ. Көн һайын брифинг үткәрегеҙ, – тине Радий Хәбиров. Һәм етәксегә шуны белдерҙе:
– Һеҙ ҙур хата эшләнегеҙ. Кешене кәмһетергә ярамай (Сибай мэры Рөстәм Афзалов Рәсәй Президентына видеомөрәжәғәт ойоштороусыларға ҡарата бик тупаҫ һүҙҙәр әйткәйне). Бер ниндәй шарттарҙа ла. Әгәр ҙә һеҙ дәүләт муниципаль хеҙмәткәре мандатын таҡҡанһығыҙ икән, бер ниндәй шарттарҙа ла граждандарҙы кәмһетергә тейеш түгелһегеҙ. Һеҙҙең ғәфү үтенеү нисектер аңлайышһыҙ, шуға ла һеҙҙең урынға ғәфү үтенәм...


Минеңсә, аҡыллы йорттар, ҡалалар, туҡталыштар менән бер рәттән “Аҡыллы түрәләр” тигән проектты ла тормошҡа ашырырға кәрәк. Бөгөн һәр һүҙҙе интернет селтәре йоторға ғына тора. Унда барып инһә, бөттө, бер секунд эсендә Ер шарының төрлө урынына етәсәк. Етәкселәр тәкәбберләнмәй генә аҡыллы һүҙҙәр һөйләһен...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға