«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡты, йәмле һәм матур – был беҙҙең поликлиникалар тураһында?!



18.02.2019 Яҡты, йәмле һәм матур – был беҙҙең поликлиникалар тураһында?!

Беҙҙең медицина учреждениеларҙың тышҡы һәм эске йөҙө матур булырға тейеш. Кеше, мәҫәлән, поликлиникаға килеп инә икән, унда тупаҫлыҡ, йәмһеҙлек кеүек бер нәмә лә булмаһын. Регистратураларҙа йылмайырға өйрәнеп киләләрме ул? Ғөмүмән, былай ҙа сирләп килеүсе кеше үҙенә әҙәмсә мөнәсәбәт күрһәткән белгестәрҙән дә үҙен яҡшы тоя башлаһын ине.

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә “Медицина учреждениеларында пациенттарҙың йүнәлешен камиллаштырыу саралары тураһында” тигән темаға ла доклад булды.

БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин “Һаҡсыл поликлиника” проекты тураһында һөйләне. Был проект поликлиникаға мөрәжәғәт итеүсегә ваҡытын бушҡа сарыф итмәҫкә, үҙен уңайлы хис итергә, кәрәкле ярҙамды ваҡытында һәм сифатлы алырға булышлыҡ итәсәк.

Әле уның буйынса эштәр башланған. Поликлиникаларҙың ҡайһы берҙәрендә теркәү тәҙрәләре генә түгел, ә ингәс тә тиерлек урынлашҡан администраторҙар, мәғлүмәт таҡталары, тиҙ ярҙам күрһәтеү кабинеттары булдырылған. Хатта диспансерлаштырыу мәсьәләһе менән йөрөүсе кеше лә дөйөм сиратта ултырмай, имеш. Һеҙҙең поликлиникаларҙа шулаймы?

БР етәксеһе Радий Хәбиров яңы йылдан алда әйткән һүҙҙәрен ведомство (Минздравҡа йәғни) етәкселегенең иҫенә төшөрҙө: медицина учреждениеларында яҡты, йәмле һәм матур булырға тейеш. Ошо йылда был эште башҡарып ҡуйырға кәрәк. Уның өсөн ат хаҡы сумма талап ителмәй.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға