«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подъездың стенаһы ниндәй төҫтә буласаҡ?



18.02.2019 Подъездың стенаһы ниндәй төҫтә буласаҡ?

Күп тапҡырҙар ишеттек һәм һеҙгә лә хәбәр иттек – быйыл беҙҙә подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был эшкә бик етди ҡарай. Кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа был хаҡта һүҙ даими алып барыла.

Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә белдерелеүенсә, быйыл ремонт яһау графигы түбәндәгесә:
28 февралдән 15 апрелгәсә – подрядсылар конкурсы, еңеселәрҙе билдәләү.
15 апрель – эш башы.
15 апрелдән 1 июнгә тиклем – планлаштырылғандың 25 процентын башҡарыу.
1 июнь – 1 август – ремонт 55 процент күләмендә башҡарылған булырға тейеш.
1 август – 1 октябрь – 85 проценты тамам.
1 ноябргәсә – подъездар ремонтлау 100 процентҡа башҡарылған.

Нимәһе аптырата: Радий Фәрит улы әйтеүенсә, ҡайһы бер район-ҡала башлыҡтары ремонт яһалаһы подъездарҙы күрмәгән дә! Етәкселәр республика башлығына был хаҡта үҙҙәре әйткән. Әле подъезд стналарының төҫө ниндәйгә буялыры хәл ителеп бөтөргә тейеш ваҡытта, шулай булыуы мөмкинме? Әгәр етәксеһе ниндәй эш башҡарылсағын белмәһә, ул нисек был процесс менән идара итә ала?

– Улар подъездарға инмәгән, халыҡ менән аралашмаған, проекттың нимә икәнен аңлар өсөн, исмаһам, бер нисә подъезға инеп сығырға кәрәк. Өҫтәүенә, программаға ремонт бигүк кәрәкмәгән дә подъездар ингән, ә һарай һымағы ситтә ҡалған. Бындай күренештәр булырға тейеш түгел. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ентекле контролләргә тейеш. Был программала ике хатанан һаҡланырға: беренсенән, халыҡ менән кәңәшләшмәй эшләүҙән, икенсеһе, ремонтҡа подъездарҙы дөрөҫ һайламауҙан, – тине Радий Хәбиров.


Программаны ғәмәлгә ашырыуҙы ойоштороуҙа етешһеҙлектәр бар. Бының өсөн үрҙә телгә алынған ведомствоның яуаплы кешеһенә иҫкәртеү ҙә сәпәлде. Яҡын арала урындарға министрлыҡтан белгестәр сығасаҡ, аңламаған муниципалитет етәкселәренә аңлатыу эштәре алдып барасаҡ. Радий Хәбиров фекер алышыуҙарҙы 1 мартҡаса оҙонайтырға ҡушты. Халыҡ ҡәнәғәтһеҙ ҡалырға тейеш түгел!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға