18.02.2019 Сочи форумы уңышлы үтте, сиратта – Питерға әҙерлек
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ошо көндәрҙә Сочи ҡалаһында үткән Рәсәй инвестиция форумына йомғаҡ яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был ҙур сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты, беҙҙең эш сәфәрен Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙе етәкләне.
Хәбәр итеүебеҙсә, форумдың тәүге көнөндә республикаға дөйөм суммаһы 30 миллиард һум тәшкил иткән инвестиция проекттары буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғайны. Икенсе көнгә потенциаль инвесторҙар менән осрашыуҙар тағы ла артты. Һәм республика етәкселеге бөтәһе 40 миллиард һумлыҡ инвесткилешеү төҙөнө. Уларҙың күбеһе аграр тармаҡҡа ҡарай.
Кәңәшмәлә БР Хөкүмәтенең вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тажетдинов белдереүенсә, форумда ҡуйылған маҡсаттарға ирешелгән. Быйыл беҙҙең рәсми делегация апрелдә Ялта иҡтисади форумында, июндә Санкт-Петербургта, сентябрҙә Көнсығыш иҡтисад форумдарында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, октябрҙә “Алтын көҙ” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә лә лайыҡлы һәм файҙалы сығыш яһарға әҙерләнә.
Радий Хәбиров Сочиҙағы форумға барыусыларға, әҙерлекте ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.