15.02.2019 Ватсапта башланған низағ бысаҡҡа барып еткән
Санкт -Петербургта бер ҡатынды ватсаптағы ата-әсәләр чатынан сығаралар. Ул үҙен сығарыусыға бысаҡ менән ташлана.
Һөжүм иткән ҡатын ғаиләһе менән Донецк ҡалаһынан күсеп килгән. Уның һәр саҡ меҫкенләнеп һораныуы, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланыуы башҡа ата-әсәләрҙе тамам ялҡытҡан. Әсә үҙе лә, балаһы ла ҡарап тороуға яҡшы кейенгән, такси менән генә йөрөгән, ҡыҫҡаһы, һис тә мохтажлыҡ кисергән ғаиләгә оҡшамаған. Ата-әсәләр, урынһыҙ зарланыуҙан туйып, буйы менән аҡсалата ярҙам һораған теләнсе ҡатынды чаттан сығарырға килешкән. Быны төркөмдөң етәксеһе булып торған Анастасия Михайлова башҡарған.
Тора-бара уға был ҡатын тарафынан янауҙар башланған, хатта, балаң менән бергә машинала шартлатам, тип тә ҡурҡытып яҙған. Ә үҙе ике аҙна буйы күренмәй торған.
Бер аҙҙан баҡса соланында осраша ике әсә. Тегеһе Анастасияны эткеләп кенә ҡалмай, маңлайына 8 тапҡыр бысаҡ менән төртә. Ярҙам һорап ҡысҡырғанға йүгереп килеүсене күреү менән, бысаҡтағы ҡанды һөртөп йәшереп өлгөрә. Зыян күреүсегә “Тиҙ ярҙам” саҡыртыла.
Шуныһы ҡыҙыҡ, дәлилдәр юҡлығына һылтанып, яуыз ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмаған. Әлегә дауаханала ятҡан Анастасия киләсәктә шаһиттар ярҙамында енәйәт эшен атҡарып сығырға йыйына.
“Беженец” социаль статусы аҫтында әҙәпһеҙ кешеләрҙең тупаҫ һәм оятһыҙ ҡыланыуы, үкенескә күрә, таралған күренеш шул.