«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ләйсән Бикташева ҙур биатлонда дебют яһаны



17.02.2019 Ләйсән Бикташева ҙур биатлонда дебют яһаны

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһында тағы бер яҡташыбыҙ дебют яһаны.

Туймазы ҡалаһында тыуған 25 йәшлек Ләйсән Бикташева Канадала донъя кубогының сираттағы этабында көсөн һынаны. Ул шәхси ярышта бер тапҡыр яҙа атып, һөҙөмтәлә финишҡа 40-сы булып килде. Беренсе урын алған Норвегия спортсыһы Тирил Экхоффтан дүрт минутҡа ҡалышты.

Ләйсән спорт карьераһын саңғысы булып башлай. 2012 йылдан биатлонға күсеп, әлеге ваҡытта Новосибирск өлкәһе исеменән сығыш яһай. Рәсәй беренселегенең бер нисә тапҡыр призеры, уҙған йыл төп командаға саҡырыу ала. Һәм бына, ниһайәт, дебют та яһаны.

Бикташеванан тыш, Рәсәй командаһынан шәхси бәйгелә Васильева (16-сы урын), Кайшева (17-се урын) һәм Васнецова (56-сы урын) ҡатнашты.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: РИА новости


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға