«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәй, үҙең яһаған билмәнде бешер әле



14.02.2019 Әсәй, үҙең яһаған билмәнде бешер әле

Эйе, үҙ ҡулдарың менән әҙерләүгә етмәй инде. Магазин ризығына ышаныс көндән-көн кәмей. Ошо арала Роскачество (“Рәсәй сифат системаһы” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы) һатыуҙағы билмәнде тикшергән дә, ҡуй, үҙегеҙ генә эшләп ашағыҙ, барыбер йүнлене һатмайҙар, тигән кеүек ҡарар сығарған.

Ведомство етәксеһе Максим Протасов белдереүенсә, тикшереүселәр бер генә лә сифатлы билмән тапмаған. Улай уҡ түгелдер инде эштәр. Тикшереүселәр алған өлгөләр шулай тура килгәндер. Роскачество белгестәре билмән итендә антибиотиктар ҙа тапҡан. Етмәһә, ҡайһы бер төр билмәндә составында күрһәтелмәгән крахмал да, ҡуйыртҡыстар ҙа булған.

Әлбиттә, бынан һуң етештереүселәр хатаһын тиҙ төҙәтергә була, нормаға тура килтереп сығарабыҙ, тип отчет биргәндәр ҙә ул. Тикшереүселәр алыҫҡараҡ киткәс, барыһы ла кире элеккесәгә әйләнәсәктер: шул уҡ яһалма ит, теләһә ниндәй ҡушылмалар.

Ә барыбер өй билмәненә етмәй. Фаршын үҙең һуғымыңдың иң шәп урынынан ҡырҡып алып яһайһың. Һуған, борос йә һарымһаҡ ҡушыптырып ебәрәһең, ҡамырын өҫтәлгә һуҙып һалып ашъяулыҡтай итеп үҙең йәйәһең. Шунан яныңа өйҙә кем бар, вись саҡырып алаһың да, фарман бирәһең, һин бына иллене яһайһың, һин – ҡырҡты... Итен мул итеп һалаһың, йәлләмәйһең, үҙеңә, ғаиләңә бит. Бешкәндә инде ул хуш еҫе-ее!!! Роскачество килһә, тәменән дә, сифатынан да аҡылдан яҙырлыҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға