14.02.2019 Яҡшы хәбәр! Мәғнит батыры Ваня Фокинды бөгөн дауахананан сығаралар!
Былтыр Яңы йыл алдынан Мәғнит ҡалаһында булған фажиғә бар илде тетрәтте.
Хәтеремдә - социаль селтәрҙәрҙә емерелгән подъездарҙа фатирҙарҙа йәшәгән һәм ғәйеп булғандарҙың исемлектәре һалынды. "И.Фокин, 10 мес. Находился в кроватке" тигәнен уҡып уйланғайным. "Был бала имен булһын ине" тип Хоҙайҙан теләнем. Видеояҙмаларҙа әсәһенең иламһырап емереклектәр янында йөрөүенә лә шаһит булдыҡ...
Ҡотҡарыусылар сабыйҙы 35 сәғәттән һуң тапҡандар. -20 градус һыуыҡта оҙаҡ ваҡыт емереклектәр араһында ятҡан Ваняны Леонид Рошалдең балалар травматологияһы һәм кискетермәҫлек хирургияһы ғилми-тикшеренеү институты табиптары мөмкин булмағандың барыһын да эшләп, йүнәлтә алды. Аяғын да һаҡлай алдылар.
Бөгөн Ваняны дауахананан сығаралар. Әйткәндәй, уға ошо көндәрҙә 1 йәш тула.