«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билалдар 100 изге эшкә тотонған



13.02.2019 Билалдар 100 изге эшкә тотонған

Баймаҡ районының Билал ауылында Башҡортостандың 100 йыллығына төрлө саралар планы ҡабул ителде. Шуларҙың береһе "100 изге эш" проекты.

Ул үҙенә төрлө эштәрҙе ала:
- ололарға, яңғыҙаҡтарға, ауыр хәлле ғаиләләргә ярҙам итеү;
- мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыу;
- бөтә ил фажиғәһе - эскелеккә ҡаршы көрәш;
- матбуғатҡа яҙылыу, таратыу эшендә әүҙем ҡатнашыу;
- китаптарҙы пропагандалау,
- "Һәр кем уҡырға тейешле 100 башҡорт китабы" акцияһына ҡушылыу.
- тәбиғәтте, эргә -тирәне таҙа тотоу өсөн "Таҙа ауыл" акцияһын дауам итеү;
- былтыр ойошторолған "Әйберҙәр банкы"н тулыландырыу;
- "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһына ҡушылыу.

Был изге эш башланды ла инде:
- Проекттың башында тороусы шәхси эшҡыуар Миләүшә Әминева үҙенең класташының ғаиләһенә тәм - томдар йыйылмаһы ҡалдырып китте;
- Йыл башынан ауыл китапханаһында үткән "Һәр кем уҡырға тейешле 100 башҡорт китабы", "Уҡыған китабың тураһында дуҫыңа хат", "Йөҙ йыллыҡҡа мең китап" исемле акциялар ҙа проектҡа инде;
- Мәктәптәр ҙә "100 изге эш"кә ҡушыла башланы. Биштәр ололарға "Тимур командаһы"на барҙы, 7 класс ҡоштарға тағараҡ элде;
- Мәғариф ветераны Гөлдәр апай Әлибаева "Тегергә лә, бәйләргә лә өйрәтә беҙҙе китап исемле" оҫтахана түңәрәге асты;
- "Әйберҙәр банкы " тулыланыу өҫтөндә;
- Изгелек проектына Баймаҡ ҡалаһынан да ҡатнашырға теләк белдереүселәр табылды.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, изгелек эшләргә ашыҡ!

тип хәбәр итте беҙгә китапханасы Райхана Булатова.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Райхана Булатова


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға