«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эсһәң, мәтрүшкә сәйе генә эс тә ҡуй...



12.02.2019 Эсһәң, мәтрүшкә сәйе генә эс тә ҡуй...

Росконтроль бер көн килеп сәйҙәрҙе тикшерергә булған. Сифаты яҡшымы, кеше ниндәй сәй эсә, ҡайҙан эсә һ.б. Эштең һуңында белгестәр шаҡ ҡатҡан.
Әйткәндәй, Росконтроль – аҙыҡ-түлектең сифаты һәм хәүефһеҙлеге өлкәһендәге беренсе дәүләттеке булмаған проект ул. Ғилми институттар, лабораториялар, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошмалар менән берлектә эшләй.

Бына шул ойошма белгестәре тикшереүгә алған бөтә сәй маркаһында ла пестицид булыуын асыҡлаған. Хатта ҡайһы бер сәйҙә Рәсәйҙә тыйылған “химия” ла бар икән.
«Крепкие традиции», AKBAR, Tess, Riston, «Альманах», Lipton, Beta tea кеүек маркалар тикшерелгән. Эксперттар быларҙың барыһына ла “минус” сәпәгән. Аҙағыраҡ, пестицид улай уҡ күп түгел дә ул, тигән һымағыраҡ аҡланып та ҡуйғандар. Пестицидтан башҡа ла етешһеҙлектәр булған. Йә еҫе тәмһеҙ, йә сәйҙең япрағы дефектлы, йә сорт буйынса ГОСТ-ҡа тура килмәй икән.

Ә-әә, мин юҡҡа ғына сәй яратмайымдыр ул. Эсһәм дә үҙ баҡсабыҙҙағы йә ҡырҙағы үлән-япраҡ сәйҙәрен эсәм дә, компот йә тартырылған цикорий, бик тә булмаһа, төрөк айранын барып алып эсәм. Ҡымыҙ миҙгеле түгел әлегә. Үрҙә телгә алған маркалар шик тыуҙырҙы. Хәйер, беҙҙең һатып алыусы был мәғлүмәтте онотор ул. Беҙ күп нәмәне онотабыҙ.
Сәй яратһағыҙ, үҙебеҙҙең ялан-ҡырҙа үҫкән үләндәрҙән яһап эсегеҙ, тиеүемде оҡшатырһығыҙмы икән? Мәтрүшкә, боланут (иван-сәй), һары мәтрүш, бөтнөк, мелисса, ҡарағат япрағы... Күп улар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға