12.02.2019 Социаль селтәрҙә теркәлергә рөхсәт итмәйәсәктәр
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе уҡыуҙа хәрбиҙәргә интернет селтәрендә үҙҙәре һәм коллегалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе тыйған закон проектын ҡараны.
Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүселәр ниндәй ғәскәрҙәргә ҡарауы, хәрби частың, подразделениеның ҡайҙа урынлашыуы тураһында хәбәр итергә тейеш түгел. Был ҡағиҙәне боҙғандарҙы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Контрактсылар хәрби хеҙмәттән ебәреләсәк.
Депутаттарҙың фекеренсә, закон проекты хәрбиҙәрҙе сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре эшмәкәрлегенән, террор һәм экстремистик ойошмаларҙан һаҡлаясаҡ.