«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миллионер булып уянған



11.02.2019 Миллионер булып уянған

Өфөнән Михайловтар ғаиләһе «Золотая подкова» лотереяһында 17,6 миллион һум аҡса отҡан.

Ғаилә башлығы ҡыҙыҡ күреп кенә 100 һумға лотерея билеты алырға уйлаған. Отош һөҙөмтәләрен тикшергәстәр, ысынмы был, бушмы тип, аптырап торғандар. Ғаиләгә ярап ҡалған был аҡса: хужа йорт төҙөп ята икән. Ошоғаса бәләкәй генә майҙанлы фатирҙа көн иткәндәр.

Әйткәндәй, республика кешеләре йыш ҡына миллиондар отоп тора. Даланлыларға бәхет йылмая ул.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға