«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Рафаэлка” яратаһығыҙмы?



11.02.2019 “Рафаэлка” яратаһығыҙмы?

Тиҙҙән Изге Вәли көнөнә ғашиҡтар бер-береһенә тәм-том бүләк итә башлаясаҡ. Бының өсөн иң шәбе “Рафаэлло” кәнфите тип рекламалай “йәшник” көнө-төнө. Ә хаҡы нисегерәк тешләшә һуң!

Ошо көндәрҙә Ростов янында ялған кондитер цехы асыҡланған.
Әҙер “тәмлекәстәрҙе” ағас һауытҡа һалып торғандар. Һуңынан шыптырға төргәндәр һәм ҡаптарға һалғандар. Тыштан ҡарағанда ысын кәнфиттән тамсы ла айырылмай.

Йә әйтәм, байрамдар алдынан магазиндарҙа “Рафаэлло ҙур ташлама менән бигерәк йыш тәҡдим ителә башланы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға