«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылда ла “больничный” биреләме?



11.02.2019 Ауылда ла “больничный” биреләме?

Участка йәки район дауаханаһына йөрөп ыҙалаған төпкөл ауылдар халҡы, ниһәйәт, урындағы ФАП-тан ғына “больничный” яҙҙырып ала башлармы?

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров декабрь айында фельдшерҙарҙың бюллетень һәм дарыуҙарға рецепт яҙып биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡан ине. Ул әлеге мәсьәлә буйынса 14 февраль отчет бирергә лә ҡушты.

Был көн етеп килә, ә һеҙҙә фельдшерҙар “больничный” яҙа башланымы? Ишетелеүенсә, ауыл ФАП-тарында документты дөрөҫ тултырыу буйынса уҡыуҙар ойоштора башлағандар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға