«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәрби иҫәпкә ҡуйыу ябайлашты



11.02.2019 Хәрби иҫәпкә ҡуйыу ябайлашты

Хәрби иҫәпкә ҡуйыу ябайлаштыХәрби иҫәпкә фактик йәшәгән урының буйынса ла торорға мөмкин. Теркәлеү урыныңа хәҙер ҡарамаясаҡтар. Ил Президенты Владимир Путин ошо турала законға ҡул ҡуйҙы.

Ҡанунға индерелгән үҙгәрештәр, әрме хеҙмәтенә алыныусыларға ла, запастағы хәрбиҙәргә лә ҡағыла. Бының өсөн уҡыған йәки эшләгән урыныңдан хәрби комиссариатҡа белешмә генә килтерергә кәрәк. Яңы ҡағиҙәләр хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының һөҙөмтәлелеген күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға