«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленең 10 томлы академик һүҙлеген сығарыу тамамланды



09.02.2019 Башҡорт теленең 10 томлы академик һүҙлеген сығарыу тамамланды

Төрки тел ғилемендә ошо дүрт телдәге уникаль аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлектең аналогтары юҡ. Китаптың исем туйҙары Мәскәүҙә, Ҡаҙағстандың Төрки академияһында, башҡа төбәктәрҙә үтәсәк.

Проектты башлыса Рәсәй Фәндәр академияһы финансланы, республика ла ҙур ярҙам күрһәтте. 10 мең дана менән сығған һүҙлектең һәр томында 12-13 мең һүҙ бар. Ул юғары уҡыу йорттарына, китапханаларға, ведомстволарға таратыла. Проекттың шарттарына ярашлы, электрон вариант өс йылдан һуң ғына интернетҡа һалына.

Тел ғилеме бүлеге ғалимдары әлеге ваҡытта тағы ла яңы ҙур проектҡа — Башҡорт теленең этимологик һүҙлеген төҙөүгә тотонған.

- Әле уның беренсе томы өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип хәбәр итте институттың ғилми етәксеһе, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова. — Һәр халыҡтың донъяға ҡарашы үҙенсә. Башҡорттарҙың донъяға ниндәй күҙлектән ҡарауын тел аша өйрәнәбеҙ.


Башҡортостандың тәүге академик учреждениеһы — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостандың һәм башҡорттарҙың тарихын, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Институт ғалимдары төрлө йылдарҙа археология һәм этнография, әҙәбиәт һәм фольклор, башҡорт теленең тарихы һәм хәҙерге торошо тураһында ҙур хеҙмәттәр баҫтырып сығарҙы. Был материалдар Башҡортостан һәм Рәсәй фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаны. Бөгөн институт федераль һәм республика әһәмиәтендәге ҙур ғилми проекттар өҫтөндә эшләй. Коллектив юғары квалификациялы төрлө быуын ғалимдарынан тора.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға