«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Руль бысраҡмы, бәҙрәфме?



09.02.2019 Руль бысраҡмы, бәҙрәфме?

Америка ғалимдары машина руленең унитаздан дүрт тапҡырға бысрағыраҡ булыуын асыҡлаған.

АҠШ-тың Биотехнология мәғлүмәте милли үҙәге белгестәре автомобиль эсенең квадрат сантиметр майҙанына тура килгән бактерияларҙың уртаса һанын – КОЕ индексын үлсәгән. Рулгә ҡарата 629 берәмек тура килгән.
Был аҙмы-күпме? Телефон экранына 100 индексы тура килә, йәмәғәт бинаһы лифты төймәләренә – 313, бәҙрәфтәге унитаздарҙа 172 берәмек КОЕ асыҡланған. Иң күбе стафилококтар (сиҡан-маҙар, эренле елһенеүҙәр тыуҙыра) һәм пропион бактериялары (инфекциялар сығанағы) табылған.
Машина руле, шулай итеп, бик бысраҡ әйбер булып сыҡҡан. Шуға күрә лә уны йыш ҡына спиртлы салфеткалар менән һөртөп торорға, өйгә ҡайтҡас, ҡулдарҙы йыуырға кәрәк. Ишек тотҡаларын, панелдәге төймәләрҙе, тиҙлек, “дворник”, “поворотник” рычагтарын да таҙа тоторға онотмағыҙ.





Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға