«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡтыкүл – иң шәбе



08.02.2019 Яҡтыкүл – иң шәбе

Әбйәлил районында урынлашҡан был матур күл Рәсәй күлдәре араһында иң популяр ял урындарының береһе булып танылған. Tvil.ru торлаҡты бронләү сервисы шундай мәғлүмәт биргән.

Яҡтыкүлдән тыш, халыҡ Ырымбур өлкәһендәге Тоҙ күле янындағы Соль-Илецк ҡалаһына, Тверь өлкәһенең Селигер күле ярында урынлашҡан Осташков ҡалаһына йыш бара. Әлбиттә, туристар Байкал күле ти­рәһен, Алтай кра­йындағы Ҙур Яро­вой күлен дә бик ярата. Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ күл буйҙарына уртаса өс-биш көнгә килә. Исемлек фатир, йорт йә кот­тедждарҙы ҡуртымға алыу һанынан сығып төҙөлгән.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға