«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирҙәрҙең 70 проценты эскелектән үлә



08.02.2019 Ирҙәрҙең 70 проценты эскелектән үлә

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, беҙҙең илдәге хеҙмәткә яраҡлы ир-аттың яртыһынан күбе алкоголь арҡаһында яҡты донъя менән ваҡытһыҙ хушлаша.

Ялған иҫерткестәр һатыуға ҡаршы барған көрәш һөҙөмтәлерәкме икән, һуңғы арала суррогаттан ағыуланып үлеүселәр һаны бер аҙ кәмей төшкән. Әммә был тынысланырға була, тигән һүҙ түгел. Нимәһе күңел әрнеткес: алкоголдән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иртә үлә. Ир-аттың үлем осрағы 100 мең кешегә 735 булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 100 мең кешегә 230 осраҡ.

Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты эшләй башлаған. Уның һигеҙ йүнәлеше бар.
Туғыҙынсыһы итеп, асыҡтан-асыҡ, “алкоголгә ҡаршы көрәш юлы менән һаулыҡты һаҡлау” тигәнен дә булдырырға ваҡыт инде.

Иртә үлгән ирҙәрҙең 70 процентының үлем сәбәпсеһе эскелек булыуы уғата етди ҙә һә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға