«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!



09.02.2019 Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Гәзитебеҙҙең 5-се һанында сыҡҡан кроссвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Әлфиә СУФЬЯНОВА (Учалынан) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – ҡарғаморон (тимерҙе ҡыҫып тотоуға йәтешләп, осо ялпаҡ, эс яҡтан һырлы ҡыҫҡыслы слесарь ҡоралы, русса “плоскогубцы”).


Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Октябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Әлшәйҙән Зөлфирә Шоңҡарова, Зөлфиә Ғәлиуллина, Әлфиә Ғәлиуллина, Фәниә Ғәлимова, Фәнүрә Абдуллина, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Сибайҙан Рәмилә Сабирова, Йылайырҙан Алмас Аблаев, Венера Абдуллина, Гөлнара Солтанғужина, Әминә Лоҡманова, Учалынан Лилиә Шәғәлина, Динә Кәримова, Гөлшат Ишҡыуатова, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Зәлифә Янышева, Хәйбулланан Рәжәп Хәсәнов, Бөрйәндән Фәниә Яҡшыбаева, Ейәнсуранан Венера Юлдашбаева, Өфөнән Алина Ғәлимова, Күгәрсендән Сыңғыҙовтар, Венера Шәйәхмәтова, Әбйәлилдән Гөлнара Хажина, Сәфинә Әхмәтова, Шәрифә Иҙрисова, Фәнүзә Вәлишина, Рита Шәйҙуллина, Баймаҡтан Сафия Насирова, Рәйлә Рәхмәтова, Зифа Ғүмәрова, Көнһылыу Сөләймәнова ебәргән.

Сканвордты дөрөҫ сисеп, билдәләнгән түңәрәктәрҙә ниндәй хәрефтәр йәшенгәнен асыҡлағыҙ һәм шуларҙан һүҙ яһағыҙ. Дөрөҫ паролде дежур телефонға (8-962-537-04-95) тәүге булып ебәреүсене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шишәмбелә иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә башлай.





Автор: А. Ишназаров
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға