07.02.2019 Исемдәрең матур, кемдәр ҡушҡан?
Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты былтыр тыуған балаларға ҡушылған иң популяр һәм һирәк исемдәрҙе атаны.
Малайҙарға йыш ҡушылған исемдәр: Иван, Ислам, Руслан, Артём, Әмир, Тимур, Кирилл, Данил, Роман, Егор, Александр, Матвей, Максим, Константин, Михаил, Эмиль, Артур, Дмитрий, Никита, Арыҫлан, Даниил, Ярослав, Асҡар.
Ҡыҙҙарҙы Амелия, Ева, Арина, София, Самира, Сабина, Мәҙинә, Виктория, Анастасия, Татьяна, Полина, Дарья, Валерия, Ангелина, Милана, Дарина, Әминә, Карина, Аделина, Алиса, Анна, Ясмина тигәндәр.
Улдарына ошо һирәк исемдәрҙе ҡушыусылар бар: Эрнест, Эмин, Сыңғыҙ, Леон, Сөләймән, Сагман, Тималь, Маркел, Аяз, Иҙел, Таир, Разар, Умар, Демид, Резаль, Мөхитдин, Теодор, Нияз, Илсаф, Йософ, Собир, Диас, Юныс, Дәүләт, Имран, Рудольф, Никанор, Чами, Лука, Доминик, Осман, Радий, Кемаль, Иннокентий, Айтуған, Фәйрүз, Ринальдо, Риваль, Ян, Якуб, Ханнан, Ренард.
Ҡыҙҙарҙы иһә Мирра, Анэль, Инесса, Моника, Мила, Ариэль, Оливия, Агата, Мелисса, Сөйөмбикә, Баныу, Лея, Айза, Аврора, Ҡәҙриә, Сарра, Рустина, Илизия, Азиза, Весна, Аурика, Эсмиральда, Лукерья, Эллада, Бэлла, Тамила, Эльба, Юна, Николь, Микаэла, Грета, Ландыш, Сәйҙә тип атағандар.
Ҡушма сәйер исемдәр ҙә байтаҡ икән. Улар Али-Жан, Руслан-Амаль, Мухаммад-Язид, Марк-Ямач, Эрнест-Текин, Абдул-Кәрим, Биби-Зәйнәб, Юлианна-Римма, Эва-Мирель, Мөхәммәт-Үмәр. Игеҙ ҡыҙҙарҙы Александра-Эмилия менән Александра-Амалия тигәндәр.