«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тренерҙар тикшереләсәк



06.02.2019 Тренерҙар тикшереләсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары спорт мәктәптәре тренерҙарын аттестациялау системаһы тураһында закон ҡабул итте. Төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр ярҙамында, эш урынына ҡарамайынса, бөтә тренерҙарҙың социаль ғәҙеллеге проблемаһы хәл ителде.

- Бөгөн спорт мәктәптәренең бер өлөшө мәғариф ҡарамағында, икенсе өлөшө спорт тармағы ҡарамағына тапшырылған, - тип аңлата Константин Толкачев. — Уҡытыусылар өсөн аттестация системаһы һәм квалификациялы категориялар биреү системаһы бар. Ә спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар педагогик хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә инмәй. Уларға аттестация үткәрелмәне, квалификациялы категориялар бирелмәне. Был уларҙы тигеҙ булмаған хәлгә ҡуйҙы.

Ваҡытлы компенсацияларға ҡарамаҫтан, квалификацияһыҙ тренерҙарҙың хеҙмәткә түләү шарттары айырыла ине. Ҡабул ителгән закон спорт тармағындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар өсөн аттестация билдәләне, уларға мәғариф тармағындағы коллегалары менән тиң хоҡуҡ бирҙе.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға