«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бала тыуғас, ирҙәргә ял кәрәкме?



06.02.2019 Бала тыуғас, ирҙәргә ял кәрәкме?

РФ Дәүләт Думаһында ир-егеттәр өсөн декрет ялы тураһында закон проекты әҙерләнә. Яңы документ буйынса, сабыйы тыуғандан һуң ғаилә башлығына ун көнлөк түләүле ял бирелергә тейеш. Әлеге көндә ул ялды алырға мөмкин, әммә үҙ иҫәбеңә генә. Депутаттарҙың тәҡдиме РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында тикшереү үтә.

Әйткәндәй, Испания, Франция, Ҡытай, Бөйөк Британия, Австрия, Финляндияла балалары тыуған атайҙарға бындай түләүле ял бирелә. Беҙ кемдән кәм? Тик ирҙәр генә был ялды ғаиләһенә арнаһын.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға