«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Буран ҡубасаҡ, ҡар яуасаҡ



06.02.2019 Буран ҡубасаҡ, ҡар яуасаҡ

Алдағы өс көндә Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә

6 февралдә - ҡар яуыу, буран сығыу, юлдарҙа ҡар һырыу. Татарстан яғынан ҡар фронты килеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -16,-21°, төндә иһә урыны менән -33°-ҡаса һыуытасаҡ.

7 февралдә - күп райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ, буран ҡубасаҡ. Төндә -16,-21°, урыны менән -25,-30°, көндөҙ -8,-13°, көнсығышта -15,-20° һыуы торасаҡ.

8 февраль - көньяҡ-көнбайыштан циклон көтөлә. Ул ҡар-буран килтерәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға