«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйгеһен Өфөлә “аҡыллы” туҡталыштар ҡуйыла башлаясаҡ



05.02.2019 Йәйгеһен Өфөлә “аҡыллы” туҡталыштар ҡуйыла башлаясаҡ

Ике йылда уларҙың һаны 200-гә етеүе көтөлә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, 2019-2020 йылдарҙа күп кеше һыйҙырышлы 250 яңы автобус алыу планлаштырыла. Ҡалалағы барлыҡ транспортта берҙәм транспорт картаһы ҡулланыласаҡ.

Туҡталыш павильондарын гаджеттарға көс йыйыу өсөн USB-порттар, мәғлүмәт таблоһы менән йыһазландырыу ҡарала. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртыу өсөн махсус кнопка, бушлай Wi-Fi, маршрут карталары була.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға