05.02.2019 Ришүәт һораусылар булһа
Башҡортостан халҡы коррупцияға бәйле енәйәттәр тураһында хәбәр итә ала.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы бөгөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. 279-49-00 телефонына шылтыратып, ришүәтһеҙ хәл итеп булмай торған проблемаларығыҙҙы һөйләй алаһығыҙ. Һеҙҙең менән коррупция һәм башҡа енәйәттәрҙе профилактикалау бүлеге, иҡтисад хәүефһеҙлеге һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы белгестәре һөйләшәсәк.