«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әһә, аяғың бысраҡмы? Мә һиңә!"



05.02.2019 "Әһә, аяғың бысраҡмы? Мә һиңә!"

Әлшәй районының Раевка вокзалында ҡартты эскәмйәнән йыҡҡан полицейскийҙар видеоһы күп фекерҙәр тыуҙырҙы. Айыҡ, бөхтә кейенгән аҡһаҡ бабайҙы иҙәнгә йығып, ҡысҡырып-ҡурҡытып ҡуҡырайып сығып китә тәртип һаҡлаусылар. Бөгөн погонлылар аңлатыуынса, был 40-45 йәшлек граждан әрпеш кейенгән, бысраҡ аяҡтарын эскәмйәгә һалып йоҡлап ятҡан булған, имеш.

Волга буйы округының эске эштәр министрлығы был видеоролик буйынса:
— Был инцидент 2017 йылдың март айында булһа ла, яңы киң билдәлелек яуланы. Бысраҡ аяғын иҙәнгә төшөрөү тураһында киҫәтеүҙәргә ыжламаған кешене полицейскийҙар төртөп төшөрөргә мәжбүр була. Әлегә эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең береһе эштән ҡыуылды, икенсеһенә ҡарата тикшереү бара. Материал, ҡарар ҡабул итеү өсөн, тикшереү органдарына тапшырыласаҡ. Полицейский ғәйепле, тигән осраҡта икенсеһе лә эштән ҡыуыласаҡ, — тигән комментарий бирҙе.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға