«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пассажир, ә һин ҡәнәғәтһеңме?



04.02.2019 Пассажир, ә һин ҡәнәғәтһеңме?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлаған тәүге көндәренән үк пассажир ташыу өлкәһен тәртипкә килтереүҙе талап иткәйне. Өфөлә күп кенә “нелегал” автобус йүнәлеше туҡтатылды. Һиҙгәнһегеҙҙер, юлдарҙа иркенерәк була башланы. “Тығын”дар ҙа күҙгә күренеп кәмене.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, пассажир ташыуҙың сифатын күтәреү һәм законһыҙ эшләү күренешен бөтөрөү буйынса саралар тураһында һөйләп, был тәңгәлдә “Юл картаһы” буйынса эштәрҙең 22 октябрҙән башланғанын телгә алды. Эш биш йүнәлештә алып барыла. Беренсеһе – “нелегал”дарҙы бөтөрөү, икенсеһе – составты яңыртыу, өсөнсөһө – ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең берҙәм формаһын булдырыу, дүртенсеһе – маршрутты ҡабаттан ҡарау, бишенсеһе – пассажир ташыуҙы ойоштороу стандартын әҙерләү.

Аныҡ һандарға килгәндә, 1400 бәләкәй класлы законһыҙ пассажир ташыусының эшмәкәрлеге туҡтатылған, 5460 водителгә транспорт сараһының техник торошо буйынса административ эш ҡуҙғатылған. Шулай уҡ 80 транспорт сараһына арест һалынған. Бынан тыш, автобустар паркын яңыртыу буйынса ла эш бара. Пассажирҙарҙы сифатлы, хәүефһеҙ, бөтә талаптарға тура килтереп ташыусылар ғына юлдарға сығасаҡ. Пассажир ташыу йәһәтенән тап ошолар төп бурыс. Әйткәндәй, ҡала урамдарында халыҡты тиҙҙән бер төрлө автобустар ташыясаҡ. Йәғни уларҙы әллә ҡайҙан таныясаҡбыҙ. Туҡталыштарҙы ла тәртипкә килтереү бара. Элек бер осор водитель йә алдан әҙерләнгән диктор туҡталыштарҙы ике телдә иғлан итә торғайны. Был кире тергеҙелерме, уныһын күрербеҙ.

Ә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, баш ҡала пассажирҙарынан ялыуҙар бар. Йә автобус йөрөү ваҡыты менән килешмәйҙәр йә маршрут йүнәлеше оҡшамай.

Ҡыҫҡаһы, эштәр күп әле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға