«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Агрессив уҡытыусыларҙың эш хаҡын кәметәсәктәр?



04.02.2019 Агрессив уҡытыусыларҙың эш хаҡын кәметәсәктәр?

Февраль башынан алып республикала мәғариф яңылыҡтары иң ҡайнар тема. Етмәһә, ЛДПР депутаты Борис Чернышов РФ мәғариф министры Ольга Васильеваға үҙенсәлекле тәҡдим менән сыҡҡан. Ул балалар менән агрессив булған уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын икеләтә кәметеүҙе һорай.

Балаларға асыуын, хатта көсөн төшөргән педагогтарҙың, “йөрәген биреп” эшләгән уҡытыусылар менән бер иш хеҙмәт хаҡы алырға хоҡуғы юҡ, ти депутат һәм ундайҙарға ошондай “яза” тәҡдим итә.

Һеҙ был тәҡдим менән килешәһегеҙме?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға