«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғынһыҙ булмай...



04.02.2019 Янғынһыҙ булмай...

БР Хөкүмәтенең сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт ваҡиғалары буйынса хәл-торош отчеттарынан тыш, һәр ваҡыттағыса, ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында ла һүҙ булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 147 янғын осрағы теркәлгән. Ҡорбандар ҙа бар. Өфөлә, Белоретта – икешәр, Салауатта, Сибайҙа һәм Учалы районында – берәр кеше һәләк булған. Биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Янғынды иҫкәртеү, үлем һәм утта бешеү осраҡтарын кәметеү маҡсатында 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалары булған ғаиләләрҙе янғынды хәбәр итеүсе саралар менән бушлай тәьмин итеү ҡаралған. Был йәһәттән муниципалитеттар халыҡҡа был хаҡта мәғлүмәт бирергә тейеш.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, бөгөн янғынды хәбәр итеүсе ҡоролма алыр өсөн ни бары 10,5 мең генә кеше ғариза яҙған. Ә 2018 йылда 47 меңдән ашыу сабый тыуған. Иғтибар итегеҙ: ҡоролма бушлай бирелә. Баймаҡ, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы райондарында был эш яҡшы ойошторолған.
Янғынға бәйле тағы бер фажиғәле хәбәр: бөгөн Кушнаренко районында сыҡҡан янғында өс йәшлек бала һәләк булған. Был йыл башынан алып дүртенсе сабыйҙың янып үлеүе. Балаларҙың һәләк булыуы күп осраҡта уларҙы яңғыҙ ҡалдырыуҙан. Өлкәндәр! Уйлана белегеҙ әле!

Башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә, уҙған аҙнала террор акты менән янап, 58 хәбәр таралған. Бигерәк тә 31 ғинуарҙа янауҙар күп булған. Электрон почта аша 33 объектта шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр килгән. Аноним хәбәр арҡаһында хәүефле урындарҙан халыҡты эвакуациялағандар. Төрлө учреждениенан барлығы 11 меңдән ашыу кеше сығарылған. Шартлатҡыстар бер ерҙә лә табылмаған. Ә күпме кешенең нервыһы, ҡурҡыуы!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға