«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли кейем - быуаттар мираҫы



04.02.2019 Милли кейем - быуаттар мираҫы

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы һәм 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә 7 февралдә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ мәҙәниәт йортонда "Милли кейем - быуаттар мираҫы" тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтә. Сара төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион милли кейемен һаҡлау һәм популярлаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡатнашыусыларҙың милли кейем аксессуарҙарын эшләү буйынса оҫталығын арттырыу маҡсатында ойошторола.

Конференция программаһына башҡорт милли кейеме һәм аксессуарҙарының күргәҙмәһе, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Мәсетле районының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия, түшелдерек, таҡыя, аяҡ кейемдәре әҙерләү, тамбурлы сигеү, кейеҙ баҫыу эштәре менән таныштырыу буласаҡ.

Пленар ултырышта Юлай Ғәлиуллин, Гөлгөнә Баймырҙина, Кәримә Ҡайдалова, Зөбәржәт Шәйхисламова, Сәлимә Усмановалар ҡатнаша.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға