«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Юлдаш»лы кис”тәр күңелле үтһен



06.02.2019 «Юлдаш»лы кис”тәр күңелле үтһен

Миҙгел башынан “Юлдаш” радиоһында “Юлдаш”лы кис” тип аталған яңы проект донъя күрҙе. Был йәштәр һәм йәш күңеллеләр өсөн тәғәйенләнгән тапшырыуҙың төп маҡсаты – башҡорт телен пропагандалау, йәш аудиторияны туплау, киләсәк быуынға үҙ телебеҙҙең мираҫын еткереү, тыңлаусыларыбыҙҙың кистәрен дәртле йырҙар менән биҙәү.

Беҙ, “киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа” булыуына инанған йәштәр, тура эфирҙа төрлө тема күтәрәбеҙ, тыңлаусы­ларыбыҙ менән әңгәмәләр ҡорабыҙ. Һәр дүшәмбелә “Юлдаш”лы кис”кә ҡунаҡ килә, шишәмбе, шаршамбы­лары­быҙ уйын менән үтә, кесе йомалар иһә, тыңлаусыларыбыҙ күптән һорап алған “Бәхет төнө” тапшырыуы менән йәмле. Сәғәт аҙағында “Юлдаш”лы кис”тән иртәгәһе көнгә үҙенсәлекле тәҡдим яңғырай. Эфир киңлек­тәрендәге йәнле әңгәмәне «Юлдаш»та эшләүсе тәжри­бәле ағай-апайҙарҙан күп нәмәгә өйрәнергә тырышҡан егеттәр – Алмас менән Венер алып барабыҙ.

Хәҙерге заман йәштәре нимә менән ҡыҙыҡһына? Спорт, сәйәсәт, музыка, кино, заманса технологиялар, моданан тыш, үҙҙәрен ирекле тойорға, белемле булырға, үҙаллылыҡ яуларға, бер кемгә лә буйһонмаҫҡа ынтыла. Был шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә лә яҡшы сағыла. Радио аша үҙ фекерҙәрен еткерә белгән, йәмғиәтебеҙҙә барған ва­ҡиғаларға битараф булмаған йәштәрҙе лә йыш ишетәбеҙ. Был беҙҙе бик шатландыра, тимәк, дөрөҫ юлдабыҙ. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, тип «Йәшлек»те уҡыусы бар халыҡты са­ҡырабыҙ. Дүшәмбенән кесе йомаға тиклем барығыҙҙы ла киске сәғәт 9-ҙа «Юлдаш»лы кис» тә көтәбеҙ!






Автор: Алмас БӘШИРОВ, Венер ФӘЙЗУЛЛИН.
Фото: "Юлдаш" радиоһынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға