04.02.2019 Иң шәп башҡорт ғаиләһенә бүләккә - телевизор!
1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернетта «Башҡорт ғаиләһе көнө» конкурсын иғлан итте.
«Милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләребеҙ байтаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бар ғаләмгә күрһәтәйек, — тиҙәр Ҡоролтайҙа. — Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан; халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, йолаларҙы тотҡан, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы ғаиләләрҙе ошо конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Бәйгенең шарттары менән таныштырабыҙ:
- 2017-2018 йылдарҙа «Матур ғаилә – ил ҡото» һәм «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе – 2019» конкурсында ҡатнаша алмай;
- Ғаиләләр тураһында 3-5 минутлыҡ видеояҙмаларҙы 2019 йылдың 27 февраленә тиклем конкурстың рәсми төркөмөнә ҡуйырға кәрәк.
Еңеүсене жюри билдәләй. Төп бүләк – телевизор. Интернетта иң күп лайк йыйған, йәғни тамашасы һөйөүен яулаған өлгөлө ғаиләне лә матур приз көтә.