03.02.2019 Децл мәрхүм булған
Хәҙерге заман йәштәре белем тә етмәйҙер уны. Әле "Фейс", "Оксиморон", "Моргенштерн", Р.Юлъяҡшин кеүек йырсылар модала.
Децл - ысын исеме Кирилл Толмацкий 2000 йылдар башында ныҡ популяр ине. Йәштәр уның рэп стилендә яҙылған "Письмо", "Кто ты" альбомдарын тыңланылар.
Хәтеремдә - ҡурылған көнбағыш ашаһам, дуҫ егеттәр "Саҡ ҡына, децл ғына бир" тиер ине. Плеер-фәләнде "дай децл погонять" тип берәй нәмәне һорағандары булды. К.Толмацкий буйға бәләкәй булды, "децл" тип берәй ваҡ, аҙыраҡ бүлеп бирелгән нәмәгә әйтәләр ине.
Йәштәр, үҫмерҙәр араһында тыуған был жаргон һүҙ бара торғас бөттө. Децл үҙе лә хәҙер юҡ.