«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баланы “буллить” итһәләр...



02.02.2019 Баланы “буллить” итһәләр...

Инглиз теленән “буллинг” – күрә алмау, мыҫҡыл итеү тигәнде аңлата. “Кибербуллинг” иһә интернет аша мәсхәрәгә ҡалдырыу.
Ғәҙәттә, социаль селтәрҙәрҙә фейк биттәр аша йәки тиҫтерҙәре араһынан берәүҙе ҡорбан итеп һайлағас, уны күмәкләп агрессив рәүештә йәберләүҙән ҡыҙыҡ табалар.


Үкенескә күрә, был күренеш замана балалары һәм үҫмерҙәре араһында киң таралған. Баланың нығынып етмәгән психикаһы яуызлыҡҡа ҡаршы тора алмай, һөҙөмтәлә йә суицид ҡылына, йә башҡаһы...

"Үргә ос" Беренсе мәктәп белеме форумында Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә буллинг, кибербуллинг һәм скулшутинг (мәктәптә атыш ойоштороу) кеүек хәлдәргә ҡаршы ҡаты көрәш алып барыуҙы талап итте.

— Мәктәптең әхлаҡи атмосфераһы, психологик мөхите мөһим роль уйнай. Бындай яуызлыҡ балаға ғына түгел, барлыҡ мәғариф системаһына зыян килтерә. Уҡыусыларҙың эҙәрлекләнгән, мыҫҡыл ителгән осраҡтарына юл ҡуймағыҙ – был факттар ғәҙәттән тыш хәлгә тиң булырға тейеш, — тине етәксе. — Буллинг тип аталған күренеш нимәнән ҡурҡа һуң? Әгәр йөҙө асылһа, исеме билдәле булһа, яҡтынан ҡурҡҡан ҡараңғылыҡ йыртҡысы кеүек, ул ҡайҙа ҡасырға белмәй йомарланасаҡ. Педагогтарҙан был йүнәлештә аныҡ тәҡдимдәр көтәм
.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға