«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хуш, астероид



01.02.2019 Хуш, астероид

йәки Тағы “һуңғы көн” булманы...

Нисәмә тапҡыр вәғәҙә иттеләр, ә ул һаман етмәй. Булыр, бәлки, берәй заман. “Ахырызаман” һүҙе киң ҡулланылған фразеологизмға әйләнде. Уны хатта еңел генә итеп әйтәләр. Донъя бөтөүенә килтергән ахырғы (һуңғы) заман бит ул. Әллә аңлап етмәйбеҙме?

Бына бөгөн сираттағы тапҡыр донъя бөтөргә тейеш ине. Йәғни, ғалимдар, ана, беҙгә табан астероид осоп килә, бәрелә инде, Ер ҙур ҡазаға тарый, һөҙөмтәлә ахырызаман етә, тигәйне. Хатта теүәл ваҡыты ла күрһәтелгән булған. 11 сәғәт 47 минутта. Ҡайһы бүлкәт ваҡытылыр инде был. Һәр хәлдә мәғәнәһе ҡалманы. Сөнки беҙҙе ҡурҡытҡан 2002 NT7 астероиды үтеп киткән икән. 13 ғинуарҙа уҡ. Иҫкесә яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән кешеләр күрмәй ҡалған. Нисек күрһендәр ти, ара бит сама менән 61 миллион саҡрымды тәшкил иткән. Был тиклем дә ҡыйыш үлсәрҙәр икән! Әллә астероид, ҡуй, был Ерҙә былай ҙа тәртип юҡ, лутсы урап үтәйем, тип траекторияһын үҙгәрткәнме?

Ә фараздар буйынса диаметры 1,7 километр (тәүҙә ике км тигәйнеләр, дөрөҫ үлсәмәгәндәр) булған йыһан есеме ҡайһылыр океанға ҡолап төшөргә тейеш булған.

Хәҙер иһә ғалимдар ғаләмдән төшкән ҡунаҡ ғәйебе менән буласаҡ киләһе ахырызаманды билдәләгән. Баҡһаң, 2195 йылдың ғинуарына тиклем Ергә бер нәмә лә бәрелмәйәсәк икән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға