«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өләсәй менән олатай ейәнен мейестә яндырған



01.02.2019 Өләсәй менән олатай ейәнен мейестә яндырған

Хакасияның бер ауылында сәстәр үрә торорлоҡ аяныслы енәйәт ҡылынған.

18 йәшлек яңғыҙ әсә күрше ауылға киткән була. 11 айлыҡ балаһын әсәһе менән атаһы ҡарамағына ҡалдыра. Был көн 42 йәшлек ҡатын менән 47 йәшлек ир лаяҡыл эсә. Ниндәй хәлдәр булғаны әлегә билдәһеҙ, икенсе көнөнә эштән ҡайтып ингән әсә мейестән балаһының ҡалдыҡтарын табып ала. Мәйетте алыр өсөн мейесте һүтергә тура килә.

Күршеләр әйтеүенсә, имен булмаған ғаилә тип иҫәпләнһә лә, был ир менән ҡатын үҙҙәренең балаларын аяҡҡа баҫтырған, ейәнен ярты йыл самаһы тәрбиәләшкән була.

Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, тикшереү эше бар. Ир, күп эсеүҙән күҙенә теләһә нимә күренгән һәм баланы тереләй утҡа ташлаған, тип фараз ҡыла күршеләре.

Бөтәһенә лә шул эскелек, иҫерек тормош ғәйепле!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға