01.02.2019 Плей-оффҡа ла күп ҡалманы
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ике уйын рәттән еңелде.
Плей-оффҡа бар өмөтөн юғалтҡан «Амур» командаһынан 3:0 иҫәбенә отолғас, үҙ майҙанында ла бер ни ҡыла алмай, «Йокерит» уйынсыларына 1:4 иҫәбенә бирелде. Күрәһең, быйылғы миҙгелдә юлаевсылар даими беренселектең Көнсығыш конференцияһында алтынсы урындан ары китә алмаҫ. Берҙән, өҫтәгеләр алыҫ, икенсенән, плей-оффҡа тиклем осрашыуҙар ҙа аҙ ҡалды. Уларға беренселекте тамамлауға алты уйын үткәрәһе бар.
Иртәгә «Амур» килә, 4 февралдә «Барыҫ» уйынсыларына ҡаршы һынау тотоп, йәнә Хабаровскиға юлланасаҡтар. Унан һуң «Адмирал» менән ике осрашыу уҙғарғандан һуң, һуңғы бәйгеһендә «Аҡ барс» командаһы менән осраша.