«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сенат ила: һинеке тотолдо



31.01.2019 Сенат ила: һинеке тотолдо

Өҫтә шау-шыу ҡупты. Йәғни Үҙәктә. Мәскәүҙең Басман суды сенатор Рәүеф Арашуковты 30 мартҡа тиклем ябып ҡуйырға тигән ҡарар сығарҙы.

Исеме беҙҙеңсә булғас та, теге һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙҙең Рәүефтәр тотолмаҫ ул. Федерация советында Ҡарасай-Черкес республикаһы вәкиле был егет. 33 йәшлек сәйәсмән, эшҡыуар. Юҡҡа тотолмаған, ауыр енәйәттәре бар, ти. Тәфтиш комитеты тентеү ойошторған да, бик “елле-елле” нәмәләр килеп сыҡҡан. Боронғо ҡылыстан алып, алтын ҡойолмаларына тиклем бар икән. Ә долларҙар тентеү үткән һайын табыла түрәләрҙә. Был Рәүефтең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәүгә рөхсәте лә (вид на жительство) булған. Уныһы кәрәк ваҡытта илдән сығып тайырға.
Бына шундай сенатор. Федерация советына төкөрҙө был әҙәм.

Әйткәндәй, әлеге тотҡондоң атаһы, Рауил Арашуков – “Газпром межрегионгаз” йәмғиәтенең генераль директоры. Ул да ҡулға алынған. Ниңәме? Һуң, газ урлағандыр. Дөйөм зыян 30 миллиард һумға етә икән. Миллиард, йәмәғәт, миллиард! “Газпром”, һин дә ила.

Ә беҙ иламайбыҙ. Хатта урамда юлда ятҡан бер һумлыҡ тәңкәне лә алмайбыҙ. Хоҙай бабай күреп ҡалыр ҙа, башҡа һуғыр. Кешенекенә теймәҫкә өйрәттеләр беҙҙе. Намыҫ таҙа, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ҡыйыҡ бар...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: НТВ сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға