31.01.2019 Үҫмер ҡыҙ ауырға ҡалмаҫ өсөн дарыу эсеп үлгән
Мари иленең Йошкар-Ола ҡалаһында 15 йәшлек ҡыҙҙың вафат булыуын тикшерелә. Ул балаға уҙыуҙан һаҡлай торған контрацептив дарыуы менән парацетомолды бергә ҡушып эскән.
Хәлһеҙләнеп ҡолағас, ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар. Реанимация табиптары бер-нисә көн буйы пациенттың ғүмере өсөн көрәшеп ҡарай, тик бушҡа ғына.