«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташ йырсыбыҙ Алһыуҙың ҡыҙы “Голос. Дети” проектының тәүге турына үткән



31.01.2019 Яҡташ йырсыбыҙ Алһыуҙың ҡыҙы “Голос. Дети” проектының тәүге турына үткән

Ошо көндәрҙә проекттың алтынсы миҙгеле башланды. Был юлы конкурсанттарҙы Валерий Меладзе, Пелагея һәм Светлана Лобода баһалай. “Һуҡыр тыңлауҙар”ҙа Микелла инглизсә йыр менән сығыш яһаны. Ҡыҙҙың тауышы жюри ағзаларына оҡшаны.

—Ҡыҙым киләсәктә йырсы йәки музыкант булырға теләй. Нимә менән шөғөлләнһә лә, иң мөһиме, үҙ эшенән ҡәнәғәтлек тапһын, — тигән сәхнә артында ҡыҙы өсөн йән атып торған Алһыу.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға