«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мыяууу, миңә ике бүлмәле фатир кәрәк ине...



31.01.2019 Мыяууу, миңә ике бүлмәле фатир кәрәк ине...

Тиҙҙән баш ҡалабыҙҙа берәҙәк хайуандар өсөн приют барлыҡҡа киләсәк. Уға мохтажлыҡ хаҡында бына нисәмә йыл һөйләйҙәр инде. Эт-бесәйҙәргә муниципаль торлаҡты Черниковканың Яңы Черкассы ҡасабаһында һалыу күҙаллана.

Әле рәсми приюттар бер ҡайҙа ла юҡ шикелле беҙҙә. Йә йәмәғәт ойошмалары йә волонтерҙар тырышып ҡарай ҙа, берәҙәк, өйөнән сығарып ташланған эт-бесәйҙәр һаны кәмемәй.

Әйткәндәй, хайуандарға торлаҡ хаҡы ике миллион һумға төшәсәк. Әгәр ҙә мәгәр приютта бер 700-ләп эт-бесәй йәшәһә, уларға ай һайын 1,5 миллион аҡса кәрәгәсәк икән! Әҙерәк булһалар, мәҫәлән, 350 баш, 750 мең һум китәсәк. Ыстағафируллаһ, тиер ине берәй оло кеше.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға