30.01.2019 Темәс болаһында бысаҡ менән сәнскән чеченға хөкөм сығарылған
Сентябрь айында Баймаҡ районы халҡы һәм карьерҙа эшләүсе чечен гастарбайтерҙары араһында ғауға ҡупҡайны. [/img]Сентябрь айында Баймаҡ районы халҡы һәм карьерҙа эшләүсе чечен гастарбайтерҙары араһында ғауға ҡупҡайны.
Дөрөҫөрәге, чечен ирҙәренең башҡорт ҡыҙына ҡарата мыҫҡыллы мөғәләмәһе арҡаһында низағ тыуҙы. Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тигәнде бөтөнләй һанға һуҡмаған сит милләт ир-аттарына ҡаршы башҡорттар берҙәм күтәрелде.
Тикшереү барышында Темәс егетен йәрәхәтләүсе 1993 йылғы карьер хеҙмәткәре ҡулға алынды. Кисә Баймаҡ район суды ғәйепләнеүсегә ҡарата хөкөм ҡарарын сығарҙы. Унда 11 ай һәм 6 көнлөк холоҡ төҙәтеү эше, штраф иҫәбенә хеҙмәт хаҡының биш процентын тотоп ҡалыу ҡаралған.