«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Селләгә бирешмәгеҙ!



30.01.2019 Селләгә бирешмәгеҙ!

Селләгә бирешмәгеҙ!Республикала тағы һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Башгидрометүҙәк белдереүенсә, был юлы һауа температураһы баш ҡалала – 25-кә тиклем төшәсәк. Тағы ла бурандар һәм боҙлауыҡ көтөлә.

Өшөүҙән һаҡланыу өсөн бер-нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Аяҡ-ҡулдарығыҙҙың өшөүен һиҙһәгеҙ, берәй бинаға инеп йылынып алығыҙ. Өшөгән ерҙе йөн әйбер менән ышҡырға кәрәк, ә ҡар менән түгел!

Оҙаҡҡа тышҡа сыҡһағыҙ, яҡшы итеп ашағыҙ һәм бер-нисә ҡат кейем кейегеҙ. Үҙегеҙ менән өҫтәмә йөн ойоҡ, бейәләй алығыҙ. Термостағы ҡайнар шәкәрле сәй ҙә ҡамасауламаҫ, сөнки организмда калорий күберәк булған һайын, туңыу хәүефе кәмей.

Ҡышҡы селләлә бәләкәй аяҡ һәм өҫ кейеме кейеү, оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ тороу, арыу, асығыу кире эҙемтәгә килтерәсәк.

Спиртлы эсемлектәр эсеп йылынырға теләүҙән йыраҡ тороғоҙ. Һыуыҡта туңып үлгән йәки аяҡ-ҡулын туңдырыусыларҙың күбеһе иҫерек була.

Өйгә өшөп ҡайтһағыҙ, иң тәүҙә аяҡ кейемен һалырға кәрәк. Тик тәнегеҙҙе ҡайнар һыуҙа, йылытҡыс янында йылытырға, спирт йәки май һөртөргә ярамай. Ҡайнар сәй, аш ашап, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсеп, өҫкә йылы юрған ябынырға кәңәш ителә.

Икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе дәрәжәлә туңыу осраҡтарында, һис кисекмәҫтән, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға