30.01.2019 Күҙ табибы Эрнст Мулдашев Сибай пациенттарын сиратһыҙ ҡабул итергә әҙер
Эрнст Мулдашев Сибай пациенттарын сиратһыҙ ҡабул итергә әҙер. Кисә танылған Рәсәй хирургы һәм офтальмологы Сибайҙа консультация үткәрҙе. Көкөртлө газ күҙҙәргә йоғонто яһамай, ләкин иммунитетты ҡаҡшатыуы мөмкин.
Үҙәк сирлеләрҙе күрһәтмәләр, бушлай һәм сиратһыҙ ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе табип. Медицина үҙәгендә Сибай пациенттарын ҡабул итеү буйынса штаб эшләй. Халыҡтың күҙ, үпкә ауырыуҙарын дауалау, шулай уҡ иммунитетын нығытыу мөмкинлеге бар.