«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрам нисә көн булырға тейеш?



29.01.2019 Байрам нисә көн булырға тейеш?

Ошо йомала, йәғни 1 февралдә Өфө майҙандарынан Яңы йыл шыршылары алына, боҙ ҡаласыҡтары емерелә. Был хаҡта баш ҡала мэрияһындағы кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Әлбиттә, Яңы йыл беҙҙең иң яратҡан байрамдарыбыҙҙан. Айырыуса балаларға оҡшай ул. Ҡыш бабай күстәнәсе, биҙәлгән ҡупшы шыршы, майҙандарҙағы Боҙ һындары менән. Әммә, минеңсә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Яңы йыл каникулдарына тиклем шыршы ултырған хәлдә лә, уны 1 февралгә тиклем үк ҡалдырмаһалар ҙа ярар ине. Әйҙә, боҙ һындар, тау, һырғалаҡтар ҡар ирегәнсә булһын, тик ЯҢЫ ЙЫЛ ШЫРШЫҺЫ 14 ғинуарҙа уҡ алынырға тейеш түгелме икән? 1 ғинуар тыуҙы, Раштыуа үтте, иҫке стиль менән Яңы йыл ҡаршыланыҡ, хатта Суҡындырыу (Крещение) үтеп китте. Юҡ, байрамдар үҙҙәре яҡшы нәмә. Шулай ҙа Елканы алырға бер аҙ һуңға ҡалманыҡмы ул?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға