29.01.2019 Ейәнсәрен яланғас көйөнсә тышҡа ҡыуып сығарған
Был үтә насар хәл Ауырғазы районында теркәлгән. 60 йәшлек ҡатын ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм 7 һәм 13 йәшлек ейәнсәрҙәрен көткән.
Былтыр декабрҙә өләсәй кеше, һорамайынса алма алғанһың тип өлкән ейәнсәрен туҡмаған һәм тышҡа ҡыуып сығарған. Бала өҫ һәм аяҡ кейемһеҙ көйөнсә биш саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауылға инәйенә барған. Ул, үҙ сиратында, ҡыҙҙы дауаханаға алып киткән
Әле ҡыҙҙар инәйендә йәшәй. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡыҙҙарҙың өләсәһенә ҡарата енәйәт эше асҡан. Бер юлы ауыл хакимиәтенең опека һәм попечителлек органдары ла тикшерелә.