«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ике бала һөрөм газы менән ағыуланған



28.01.2019 Ике бала һөрөм газы менән ағыуланған

Был күңелһеҙ хәл үткән шәмбелә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булған. Бының турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

- "Һөрөм газы менән ағыуланыу" диагнозы менән өс кеше - улар араһында 8 һәм 13 йәшлек балалар - дауаханаға килтерелгән. Был хәлгә йорт елләтеүе системаһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу килтергән. Елләтеү рәшәткәһе полиэтилен шыптыр менән ҡапланған булған - тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, үткән аҙнала «112» системаһына көнкүреш газы еҫе сыға тип 247 кеше шылтыратҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға